Әлисәнеӊ Сәйерстандағы мажаралары
Содержание
Содержание книги "Әлисәнеӊ Сәйерстандағы мажаралары "
Отрывок из книги
46Әлисә тартынып ҡына ишек янына килеп, туҡылдатты.— Нимә тип туҡылдатаһың, — тине Хеҙмәтсе Тәлмәрйен. — Ике сәбәптән туҡылдатыуҙың кәрәге юҡ: беренсенән, мин дә һин торған яҡта. Икенсенән, унда шул тиклем шаулайҙар, һине барыбер бер кем дә ишетмәй.Ысындан да, өй эсенән ҡот осҡос шау-шыу ишетелә — кем-дер шайылдай, кемдер сөскөрә, ваҡыт-ваҡыт һауыт-һаба ват ҡан кеүек шалтырау яңғырай.— Әйтегеҙсе, зинһар, — тип һораны Әлисә, — өйгә нисек инер гә була?— Арабыҙҙа ишек булһа, — тип дауам итте Тәлмәр йен, һо-рау ға яуап бирмәй, — һин туҡылдата алыр инең әле. Әйтә йек, һин унда булып, туҡылдатһаң, мин һине ишек асып сыға рыр инем.Үҙе был ваҡытта күҙен дә алмай күккә ҡарап тик ултырҙы. Әлисәгә был бик әҙәпһеҙ булып тойолдо.«Бәлки ул ғәйепле лә түгелдер әле, — тип уйлап алды ҡыҙ шулай ҙа. — Күҙе түбәһендә тиерлек бит. Тик һорауҙарға яуап бирергә була лаһа».— Өйгә нисек инәйем икән? — тип һораны ул ҡысҡырып.— Ошонда ултырам инде, — тине Тәлмәрйен, — иртәгә саҡ-лы булһа ла...Тап шул мәлдә ишек асылып китте лә Тәлмәрйендең ба-шына табан дәү туҫтаҡ осоп сыҡты. Мәгәр Тәлмәрйен ҡымша-нып та бирмәне. Туҫтаҡ уның моронона саҡ ҡына тейеп үтте лә артындағы ағасҡа бәрелеп ватылды.— ...йә иртәнән һуңға тиклем, — тип дауам итте Тәлмәрйен бер ни булмаған һымаҡ.— Өйгә нисек инергә? — тип ҡабатланы Әлисә тағы ҡыс ҡы-ры быраҡ.— Унда инеүҙең кәрәге бармы икән? — тине Тәлмәрйен. — Бына бит ниҙә мәсьәлә.Бәлки шулай ҙа булғандыр, тик ҡыҙыҡайға был бөтөнләй оҡшаманы.
Внимание!
При обнаружении неточностей или ошибок в описании книги "Әлисәнеӊ Сәйерстандағы мажаралары = Приключения Алисы в Стране чудес (автор Льюис Кэрролл)", просим Вас отправить сообщение на почту help@directmedia.ru. Благодарим!
и мы свяжемся с вами в течение 15 минут
за оставленную заявку