Маугли
книга

Маугли

Автор: Редьярд Киплинг

Форматы: EPUB, FB2, MOBI, PDF

Издательство: ИНЕШ

Год: 2015

Место издания: Уфа

ISBN: 978-5-903622-59-7

Страниц: 184

Артикул: 93180

Возрастная маркировка: 12+

Электронная книга
100

Содержание книги "Маугли"


Мауглиҙың туғандары
Быуар йылан Кааның һунары
Юлбарыҫ! Юлбарыҫ!
Джунглиға нисек ҡурҡыу килде
Джунгли һөжүме
Король сәнскеһе
Ерән эттәр
Яҙ

Все отзывы о книге Маугли

Чтобы оставить отзыв, зарегистрируйтесь или войдите

Отрывок из книги Маугли

115тар менән барлап ултыра. Иҫке ҡабығы, йылан нисек һалған, шу-лай бөгәрләнеп, боғалланып, таштар араһында ята. Каа ҡулсала ры менән малайҙың яланғас яурындарын наҙлап терәгән, шулай итеп, үҫмер уңайлы «кресло»ла ял итә ине.— Ул камил зат, һәр йәһәттән камил, хатта тәңкәләре ка-мил, — Маугли быны иҫке ҡабыҡты уйнатҡанда шым ғына әйт-те. — Ғәжәп бит, нисек инде аяғың аҫтында… башыңдағы бөр-кән секте күрергә мөмкин, тигәнерәк уй ҙа тыуа миндә. — Эйе, минең аяҡтарым юҡ, — тине Каа. — Иҫке ҡабыҡты сисеп ташлау беҙҙең нәҫелдә күптәнге йола булғас, быны һис ғә-жәпкә һанамайым. Ә һинең тирең бер ҡасан да иҫкермәй һәм ҡатҡылға әйләнмәйме ни?— Бындай осраҡта мин барам да һыу инәм, Тупаҡбаш. Ә шу-лай ҙа… ныҡ эҫелә үҙемдән тирене ауыртынмай ғына һыҙырып ыр-ғы тырға ла урман буйлап тиреһеҙ генә йүгерергә теләгәнем булыр. — Мин дә һыу инәм һәм тиремде һыҙырам. Йә, нисегерәк яңы кейемем?Маугли ҙур йылан арҡаһындағы көрән дүрткел тимгелдәр өҫ-төнән усын йөрөттө.— Гөбөргәйелдең арҡаһы ҡатыраҡ, тик төҫкә былай уҡ са ғыу тү гел,  — үҫмер быны һынамсыл судья һымағыраҡ әйтеп ҡуй-ҙы. — Тәлмәрйен, аҙашым минең, күреклерәк, ләкин һырты һи-не келәй ҡаты түгел. Ҡарамаҡҡа һинең тирең һоҡланғыс, ундағы тимгелдәр лилиә сәскәһендәге ваҡ таптарҙы хәтерләтә.— Сәскәгә һыу кәрәк. Яңы тире тәүге тапҡыр һыу ингәндән һуң ысын тимгелдәр менән ҡаплана. Әйҙә, сумып сығайыҡ!— Алып барайым үҙеңде, — көлөбөрәк әйткәс, Маугли йы-лан кәүҙәһенең урта тирәһен күтәрер өсөн эйелде һәм иң йыуан еренән аймап алды (ошондай уҡ ынтылыш менән ҡәҙимге ке-ше ике футлыҡ һыу үткәргес торбаны ҡалҡытып маташыр ине). Каа ҡыбырламай ғына ятты, тыныс ҡына һуланы, бер үк мәл-дә Мауглиҙың көсәнеүҙәрен ҡыҙыҡ күрҙе. Шунан икәү-ара ғә-ҙәти уйынға керештеләр. Йәшлек дәрте урғып торған егет менән йылҡылдап торған яңы «кейем»дәге йылан көрәшеү өсөн ҡаршы баҫтылар: бер-береһенең күҙ осҡорлоғон һәм дә көсөн һынап ҡа-рамаҡҡа. Аңлайһығыҙҙыр, әгәр үҙен тыя алмаһа, Маугли ише ләр-ҙең тиҫтәләбен тәкмәстерә һуғыр ин...